Салауат районының Лағыр ауылында йәшәгән Рәүиә һәм Радик Хәйбуллиндар бөтә буш ваҡыттарын махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам итеүгә арнай. Тәү сиратта хәрбиҙәргә нимә кәрәклеген асыҡлап, ҡулдарынан килгән файҙалы шөғөлдәргә тотона улар, тип яҙа “На земле Салавата” гәзите. Ветерандар үҙҙәренең тырышлығы менән 112 блиндаж шәме эшләгән. Рәүиә Хәйбуллина хәрбиҙәр өсөн йылы ойоҡбаштар һәм бейәләйҙәр бәйләй. Өлкәндәр гуманитар ылау өсөн үҙҙәре тәрбиәләп үҫтергән картуфты тапшырырға ла онотмаған. Оло йөрәкле, тынғыһыҙ ветерандарға һаулыҡ, оҙон ғүмер насип итһен! Фото: https://vk.com/club175284210