Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

«Был шәп тыуған көн булды!»

Ҡайҙа ғына булһа ла, ул яуҙамы, тыныс йәшәйештәме - бар ерҙә тормош дауам итә. Ошо көндәрҙә махсус хәрби операцияның алғы һыҙығында "Аҡһаҡал" позывнойлы яугир үҙенең алтын юбилейын билдәләгән. Шайморатов исемендәге батальон хәрбиһе 2022 йылда махсус операцияға юлланған. Әрмелә хеҙмәт итеү тәжрибәһе генә булһа ла, уны тәүҙән үк алғандар. Һалдаттар өҫтәл урынына ҡоралдарҙың йәшниктәрен ҡуйған, магазиндан икмәк һәм колбаса һатып алғандар, тушенка, сгущенка, ҡәһүә һәм сәй, кәнфит запастары сығарылған. Хатта шешлек тә булған.«Мин билдәләргә теләмәй инем, әммә егеттәр табын әҙерләргә ярҙамлашты. Яҡында ғына шартлау тауыштары яңғыраһа ла, был иң шәп тыуған көн булды. Егеттәр хатта бүләктәр ҙә әҙерләгән – флягалар, сувенирҙар. Улар миңә һәр саҡ терәк – ысын геройҙар. Шул тиклем күңел биреп ултырҙыҡ. Йырҙарҙы, берәү ҙә ишетмәһен өсөн, шым ғына йырланыҡ. Мине өҫтәл башына ултырттылар, егеттәр йылы һүҙҙәр әйтте, мин уларға ҡарап уйлайым: ошо кешеләр арҡаһында бөгөн иҫәнмен. Улар һәм башҡа егеттәр

Ҡайҙа ғына булһа ла, ул яуҙамы, тыныс йәшәйештәме - бар ерҙә тормош дауам итә. Ошо көндәрҙә махсус хәрби операцияның алғы һыҙығында "Аҡһаҡал" позывнойлы яугир үҙенең алтын юбилейын билдәләгән. Шайморатов исемендәге батальон хәрбиһе 2022 йылда махсус операцияға юлланған. Әрмелә хеҙмәт итеү тәжрибәһе генә булһа ла, уны тәүҙән үк алғандар. Һалдаттар өҫтәл урынына ҡоралдарҙың йәшниктәрен ҡуйған, магазиндан икмәк һәм колбаса һатып алғандар, тушенка, сгущенка, ҡәһүә һәм сәй, кәнфит запастары сығарылған. Хатта шешлек тә булған.«Мин билдәләргә теләмәй инем, әммә егеттәр табын әҙерләргә ярҙамлашты. Яҡында ғына шартлау тауыштары яңғыраһа ла, был иң шәп тыуған көн булды. Егеттәр хатта бүләктәр ҙә әҙерләгән – флягалар, сувенирҙар. Улар миңә һәр саҡ терәк – ысын геройҙар. Шул тиклем күңел биреп ултырҙыҡ. Йырҙарҙы, берәү ҙә ишетмәһен өсөн, шым ғына йырланыҡ. Мине өҫтәл башына ултырттылар, егеттәр йылы һүҙҙәр әйтте, мин уларға ҡарап уйлайым: ошо кешеләр арҡаһында бөгөн иҫәнмен. Улар һәм башҡа егеттәр, ысын геройҙар, мине йәшереп ҡуялар ине, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып ҡәһүә лә, быҡтырылған ит банкаһы ла тапҡандар. Һуңғы тәмәкегә тиклем уртаҡлашабыҙ. Бер ғаиләгә әйләндек, - ти "Аҡһаҡал". “Аҡһаҡал” позывнойлы яугир - нәҫелдән килгән шайморатовсы. Уның олатаһы Бөйөк Ватан һуғышында 112-се кавалерия дивизияһында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә миномет расчеты командиры булып хеҙмәт иткән. - Олатайымдың ниндәй ҡыйыу һәм ғәҙел кеше булғанлығы хаҡында өләсәйем, ауылдаштарым һөйләне. Бөйөк Ватан һуғышы архивтарын аса башлағас, мин Башҡорт кавалерия дивизияһында олатайҙың хеҙмәте тураһында мәғлүмәт таба алдым. Асыҡланыуынса, ул 1943 йылдың 30 ноябрендә Белоруссия ерендә туғандар ҡәберлегенә ерләнгән. Мин уның менән бик ғорурланам. 2014 йылда Украинала ҡанлы ваҡиғаларҙан, Донецкиҙа тыныс халыҡты утҡа тотҡандан һуң, айырыуса Одессала тыныс халыҡты яндырғандан һуң, мин был хәлдәргә тыныс ҡала алманым, - ти “Аҡһаҡал”. - Башҡортостанда ирекле батальон булдырылыуы хаҡында белгәс тә, шунда уҡ контрактҡа ҡул ҡуйырға булдым. Шулай итеп мин дә үҙҙәре теләктәре менән Тыуған илен һаҡлауға баҫҡан ысын ир - азаматтар менән бер сафта булдым. Олатайҙарыбыҙ 80 йылдан ашыу элек башлаған эште тамамларға кәрәк. Беҙ ҙә "Аҡһаҡал" ды күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Һәм бар ир-егеттәргә лә тиҙерәк яҡындары янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! Фото һәм текст сығанағы: "Туймазинский вестник"