Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Был юл ике ауылды тоташтыра

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Дмитриевка – Кушнаренко автомобиль юлы ремонты тамамланған. Ремонтланған участканың дөйөм оҙонлоғо 3,1 километр тәшкил итә. Был эштәргә 39,1 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. - Юлдың был участкаһы ике ауылды – Шишмә районындағы Дмитриевка ауылын һәм Кушнаренко ауылының административ үҙәген тоташтыра. Асфальт япмаһы иҫкергән була, шуға уны алмаштырыу талап ителә, – тине транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге 200 километрҙан ашыу автомобиль юлын, 802 погон метр оҙонлоҡтағы биш күперҙе ремонтлау күҙаллана. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү өсөн Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.