Масковтарҙың Үҙәк урамда урынлашҡан иркен йортона барып ингәндә, өй эсе балаларҙың шат тауышынан гөрләп тора ине. Беҙҙе йорт хужабикәһе Резида Ғәйфулла ҡыҙы ҡаршы алды. – Бына шулай, ялдарҙа ифрат күңелле. Балалар ҡайтһа, донъя яҡтырып китә бит ул, – ти ул. Белореттан өс балаһы менән ҡыҙы, бәләкәс улы менән килене ҡайтҡан икән. Масковтарҙың өлкән ҡыҙҙары Эльвира ҡалала шәфҡәт туташы булып эшләй. Эше тынғыһыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Өргөнгә, ата-әсәһе янына йыш ҡайтырға тырыша. – Ҡустыларым махсус хәрби операцияла булғас, мин уларға һәр яҡтан терәк булырға тырышам. Бына был юлы ла Дилә килен менән йорт эсен тәртипкә килтереп, стеналарҙы аҡлап китәһе ине, – ти Эльвира. Күмәк ғаиләлә табын да түңәрәк: мейестә тәмле итеп ваҡ бәлештәр бешергәндәр, көҙ ниғмәттәренән салаттар яһағандар. “Тормош мәшәҡәттәре, балалар ауыр уйҙарҙан аралай, йәшәүгә өмөт бирә”, – ти Резида ханым. Масковтарҙың ике улы ла – Марсель һәм Артур махсус хәрби операция зонаһында, танкист-механиктар. Хәрби мөхиттә