Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостандың ЮНЕСКО комитеты 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Бөгөн Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетына нигеҙ һалыныуға 25 йыл тулыуға арналған тантаналы сара үткәрелде. Тантананы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты рәйесе Урал Килсенбаев асты. Ул йыйылыусыларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. – Егерме биш йыллыҡ эшмәкәрлекте тулыһынса өлгөргәнлек йәше тип баһаларға мөмкин, – тине Урал Таһир улы. – Беҙҙең комитеттың эше тап шуны раҫлай ҙа: республикабыҙ ЮНЕСКОның күп проекттарында ҡатнаша. Халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлектә, Башҡортостанда ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәрен булдырыуҙа, Рәсәйҙең ЮНЕСКО ҡарамағындағы беренсе геопаркы булған “Янғантау” ҡурсаулығын ойоштороуҙа һәм башҡа мөһим эштәрҙә алдынғы булған белгестәргә ҙур рәхмәт белдерәм". Сығышы тамамланғас, Урал Килсенбаев ЮНЕСКО программаларын һәм проекттарын тормошҡа ашырыуҙа әүҙемлек күрһәткән алдынғыларға

Бөгөн Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетына нигеҙ һалыныуға 25 йыл тулыуға арналған тантаналы сара үткәрелде. Тантананы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты рәйесе Урал Килсенбаев асты. Ул йыйылыусыларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. – Егерме биш йыллыҡ эшмәкәрлекте тулыһынса өлгөргәнлек йәше тип баһаларға мөмкин, – тине Урал Таһир улы. – Беҙҙең комитеттың эше тап шуны раҫлай ҙа: республикабыҙ ЮНЕСКОның күп проекттарында ҡатнаша. Халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлектә, Башҡортостанда ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәрен булдырыуҙа, Рәсәйҙең ЮНЕСКО ҡарамағындағы беренсе геопаркы булған “Янғантау” ҡурсаулығын ойоштороуҙа һәм башҡа мөһим эштәрҙә алдынғы булған белгестәргә ҙур рәхмәт белдерәм". Сығышы тамамланғас, Урал Килсенбаев ЮНЕСКО программаларын һәм проекттарын тормошҡа ашырыуҙа әүҙемлек күрһәткән алдынғыларға Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Татьяна Долговенко Рәсәй сит ил эштәре министры, Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы рәйесе Сергей Лавровтың ошо юбилей айҡанлы Башҡортостан Башлығы адресына ебәргән ҡотлау һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе. Автор фотоһы.