Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ауыр хәлдәге сабыйҙы ҡотҡарырға ашығалар

Өфөгә Мишкә районынан санитар авиация ярҙамында юл-транспорт ваҡиғаһында етди йәрәхәтләнгән бер йәшлек ҡыҙ баланы килтерҙеләр. Трассала машинаны ҡыуып үтергә тырышҡанда аварияға осрайҙар. Сабый хәүефһеҙлек ҡайышы менән эләктерелмәгән була. Ата-әсә баланы үҙаллы урындағы дауаханаға алып килә. Сабый ауыр хәлдә реанимацияға урынлаштырыла. Табиптар унда аяҡ-ҡул имгәнеүҙәрен һәм күкрәк ситлеге ағзалары зыян күреүен асыҡлай. Ашығыс рәүештә баш ҡала табиптарына мөрәжәғәт итәләр. Районға анестезиолог-реаниматолог, травматолог, нейрохирург, хирург килеп етә. Өҫтәмә диагностик саралар үткәргәндән һуң баланың хәле бер аҙ тотороҡланғас, санавиация ярҙамында Өфөгә оҙаталар. Сабыйҙың тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.