Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Мин үҙ урынымда үҙ эшемде башҡарам"

Редакциябыҙға Таһир Күсимов исемендәге ирекле штурм батальоны яугире, взвод командиры урынбаҫары “Бабай”ҙың (позывнойы) килеүе, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында бергә уҡыған иптәштәре, бер нисә баҫманың журналистары менән осрашыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Ул беҙҙең менән ихлас әңгәмә ҡорҙо, күберәк шаярып һөйләште. Уның рух ныҡлығына, һуғыш шарттарында ла күңел ҡырыҫлығына юл ҡуймайынса, тормош яратыусан, кеше йәнле, күңелсәк булып ҡала белеүенә һоҡландыҡ. – Иң беренсе һорау: ни өсөн һеҙ – “Бабай”? Йәшегеҙ оло, сәсегеҙ сал булғанға шулай атанылармы? – Юҡ, мин башта “Сабай” инем ул, һуңынан ғына “Бабай”ға әйләндем (көлә – автор). Беренсенән, автоматтың ҡайышы камуфляждағы “Сабай” тигән һүҙҙең алғы өлөшөн ҡаплай ине. Икенсенән, әҙерлек үткәндә Салауат районынан 23 һәм 26 йәшлек егеттәр менән бер кубрикта йәшәнек. Тегеләр күп нимәне – автоматтың ҡоролошон да, хәрби күнекмәләрҙең үҙенсәлектәрен дә минән һорай һәм һәр ваҡыт үҙҙәренең диалектында “Бава-а-ай” тип өн

Редакциябыҙға Таһир Күсимов исемендәге ирекле штурм батальоны яугире, взвод командиры урынбаҫары “Бабай”ҙың (позывнойы) килеүе, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында бергә уҡыған иптәштәре, бер нисә баҫманың журналистары менән осрашыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Ул беҙҙең менән ихлас әңгәмә ҡорҙо, күберәк шаярып һөйләште. Уның рух ныҡлығына, һуғыш шарттарында ла күңел ҡырыҫлығына юл ҡуймайынса, тормош яратыусан, кеше йәнле, күңелсәк булып ҡала белеүенә һоҡландыҡ. – Иң беренсе һорау: ни өсөн һеҙ – “Бабай”? Йәшегеҙ оло, сәсегеҙ сал булғанға шулай атанылармы? – Юҡ, мин башта “Сабай” инем ул, һуңынан ғына “Бабай”ға әйләндем (көлә – автор). Беренсенән, автоматтың ҡайышы камуфляждағы “Сабай” тигән һүҙҙең алғы өлөшөн ҡаплай ине. Икенсенән, әҙерлек үткәндә Салауат районынан 23 һәм 26 йәшлек егеттәр менән бер кубрикта йәшәнек. Тегеләр күп нимәне – автоматтың ҡоролошон да, хәрби күнекмәләрҙең үҙенсәлектәрен дә минән һорай һәм һәр ваҡыт үҙҙәренең диалектында “Бава-а-ай” тип өндәшәләр. Шулай итеп, үҙем дә уйламағанда, “Бабай” булдым да киттем. Ә былай эске күңел торошом буйынса үҙемде һис тә оломон тип һанамайым, көс тә, әҙерлек тә, дәрт-дарман да етерлек. – Ә махсус хәрби операцияға юлланыу теләге нисек барлыҡҡа килде? – Башланғас та уйлап ҡуйғайным инде. Шулай ҙа тиҙ генә сығып китә алманым, башҡарған эшем, вазифам бар ине. Ҙур ғына предприятиела етәксе булып эшләнем. Улым махсус хәрби операцияға йыйыныуын белдергәс, бергә барабыҙ тип, мин дә дәртләндем, тик икебеҙ ҙә медицина тикшереүен үтмәнек: ул – сәләмәтлеге, мин – йәшем буйынса. Шулай ҙа был уйымдан кире ҡайтманым. Бер мәл БЮТ тапшырыуын ҡарап ултырһам, аҫта титрҙар менән иғлан бирелде: “Ирекле батальонға 55 йәшкә тиклемгеләр саҡырыла”. Миңә 55 яңы ғына тулды бит тинем дә икенсе көнө үк хәрби комиссариатҡа киттем. Шулай итеп, ике йылға контракт төҙөп, Таһир Күсимов исемендәге батальонға эләктем. – Бөтәһе кеүек, һеҙ ҙә әҙерлек курсы үткәнһегеҙҙер? – Эйе, беҙҙе өс ай дауамында бик ныҡ әҙерләнеләр. Махсус тәғәйенләнештәге отряд белгестәре өйрәтте. Бында иң ололарҙың береһе булһам да, үҙемде яҡшы әҙерлекле яугир булараҡ күрһәтә алдым. Әрме хеҙмәтендә булыуым, ете айлыҡ кесе командирҙар мәктәбен үтеүем, старшина дәрәжәһендә хеҙмәт итеүем ныҡ ярҙам итте. Күңелдә армия тураһында һәр ваҡыт ныҡ яҡшы, матур тәьҫораттар һаҡланым, шул мәлдәрҙе һағынып иҫкә ала инем. Бәлки, шул да хәрби операцияға юлланыу теләген көсәйткәндер. Тегендә барып етеп, ысын алышҡа ингәс, бындағы әҙерлектең ни тиклем мөһим, кәрәкле булыуын тағы ла нығыраҡ төшөндөк. – Үкенескә ҡаршы, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Тәүге тапҡыр хәрби иптәшегеҙҙе юғалтыу ауырлығын ҡайҙа, нисек кисерҙегеҙ? – Шуны әйтеп үтергә кәрәк: беҙҙең батальондың килеүен ҡаршы яҡ алдан уҡ белгән һәм ныҡлы әҙерләнгән ине. Беҙ барып етмәҫ элек үк “ниндәйҙер махсус әҙерлекле башҡорт батальоны – башкиҫәрҙәр килә” тигән хәбәр таралған. Тейешле нөктәгә барып етеп, поездан төшә башлау менән утҡа тоттолар. Кемдәр төшөп өлгөрҙө – урманға һибелде, ә машинистар, составты һаҡлап ҡалыу маҡсатында, ҡуҙғалды ла китте. Шулай итеп, әлеге урынға бер нисә тапҡыр кире килеп, хәрбиҙәрҙе һәм ҡорамалдарҙы бушатырға мәжбүр булдылар. Артабан хәрби техникаға тейәлеп, ҡара төн уртаһында алға ҡуҙғалдыҡ. Бына шунда, алда барған машиналарҙың береһе минаға эләгеп, бер егетебеҙҙе юғалтыу ауырлығын кисерҙек. Бик йәл булды, әлбиттә, бер тапҡыр алышҡа ла инеп өлгөрмәне... – Әйтеүегеҙсә, һеҙ – штурм батальоны яугире. Тимәк, һәр ваҡыт алғы һыҙыҡтаһығыҙ, дошман менән дә күҙгә-күҙ ҡарашып алышырға тура киләлер... – Тап шулай. Беҙ башлыса окоп һуғышы алып барабыҙ. Ғәҙәттә, икешәр, өсәр кеше хәрәкәт итәбеҙ. Берәүебеҙ – алғы яҡ, икенсебеҙ – ян-яҡ өсөн яуаплы, өсөнсөбөҙ арттан һаҡлай. – Һеҙ һөйләгәндәрҙән спецназ тураһында кинолар күҙ алдына баҫа... – Эйе, шулайыраҡ хәлдәбеҙ. Үҙеңде генә түгел, эргәңдәге иптәшеңде һаҡлау инстикты көслө. Бер-беребеҙҙе ым-ишара, күҙ ҡарашынан аңлайбыҙ. Тағы берҙе ҡабатлайым инде: бындағы әҙерлек ныҡ ярҙам итә. Шуға күрә кемдәр контракт төҙөп, хәрби операцияға юлланырға уйлай, барыһын да мөмкин тиклем өйрәнергә тырышһын. Аллаға шөкөр, беҙҙә юғалтыуҙар аҙ. Командирыбыҙ Сәнсәй – Йылайыр егете. Бик ҙур хәрби тәжрибәгә эйә, Афғанстан, Тажикстан бәрелештәрендә сыныҡҡан кеше, ышаныслы иптәш. Батальонда баштан уҡ тәртип мәсьәләһен ныҡ ҡуйҙы. – Туҡланыу, тәьминәт мәсьәләһе нисек? – Был йәһәттән зарланырға урын юҡ. Башҡортостан халҡының, республика етәкселегенең ҙур ярҙамын тоябыҙ. Радий Фәрит улы беҙҙең батальон яугирҙәре менән шәхсән ике тапҡыр осрашты. Осрашыу барышында ул: “Иң мөһиме – үҙ бурысығыҙҙы лайыҡлы үтәгеҙ, ә беҙ нимә кәрәк, бар йәһәттән мөмкин булғанса тәьмин итәсәкбеҙ, һеҙҙе ярҙамыбыҙҙан ташламаясаҡбыҙ”, – тине. Был ысынлап шулай. Был йәһәттән беҙ Радий Хәбировҡа ла, етәкселеккә лә, республика халҡына ла оло рәхмәт әйтәбеҙ. Башҡа төбәктәрҙең яугирҙәре беҙгә көнләшеп ҡарай. Башҡорт батальондарына күсергә теләк белдереүселәр ҙә күп. Әле яңыраҡ яҡут, тыва егеттәре беҙҙең батальонға ҡушылды. Үҙебеҙҙә тейеш булғанса хәрби тупланма менән тәьмин иткәйнек, иҫтәре китте. – Шулай ҙа, һәр ваҡыт тиерлек алғы һыҙыҡта йөрөгәс, төрлө хәлдәр булалыр инде... – Әлбиттә, төрлө саҡтар була. Ике гильза һыу йүнләп, кешесә йыуынып алһаң да, рәхәт булып ҡала. Ғөмүмән, ул яҡта эсәр һыу мәсьәләһе былай ҙа ҡырҡыу тора. – Ә дөйөм алғанда, нисек, ауырмы? – Еңел тип әйтеп булмай. Әммә, нимә генә тимәһендәр, беҙ дөрөҫ юлдабыҙ. Был хәрби операция – ысын ир-егеттәр эше. Хәрби контракт төҙөүгә ҡағылышлы плакатта “Һинең ваҡытың килде” тигән һүҙҙәр бар бит, мин дә шулай тип уйлайым: мин үҙ урынымда үҙ эшемде башҡарам. Илебеҙ етәкселеге алып барған сәйәсәттең дөрөҫлөгөнә тамсы ла шикләнмәйем. Беҙ унда ҡаршы яҡтың ни тиклем ныҡ әҙерләнгәнлеген үҙ күҙебеҙ менән күрәбеҙ. Блиндаждар цементлы иҙмәнән ҡойолған, ДОТ-тар шул тиклем ныҡлы итеп эшләнгән. Әгәр беҙ өлгөрмәгән булһаҡ, нимә булыр ине икән – әйтеүе ҡыйын, уйлауы ҡурҡыныс. Ысынлап та, беҙҙең ваҡыт килде һәм еңеү ҙә, ғәҙеллек тә беҙҙең яҡта буласаҡ. – Хәрби шарттар, ундағы мөхит кешене үҙгәртәме? – Әлбиттә, үҙгәртә. Меңдәрсә кеше араһында төрлөһө бар. Аҡса эшләйем, тип барғандар ҙа бар. Әммә улар күп түгел. Шуныһы ғәжәп: улар ҙа үҙгәрә. Унда үҙең дә һиҙмәҫтән бер-береңә туған кеүек булып китәһең. Хәрби рух барлыҡҡа килә, ошо тойғо ныҡ берләштерә. Аҡса ла, матди байлыҡ та икенсе планға күсә, иң мөһиме кеше ғүмере, йәшәү ҡәҙере икәнен аңлайһың. Шуға күрә бер-берең өсөн тауҙай тораһың. Тағы ла шуныһы: ваҡ ҡына нәмәләрҙең, тыныс тормошта иғтибар ҙа итмәгән төшөнсәләрҙең ҡәҙерен белә башлайһың. Бына ошолай һеҙҙең менән әңгәмәләшеп, сәй эсеп ултырыу ҙа – бәхет. Беҙ унда, окоптарҙа, йә шыуышып, йә яртылаш эйелеп кенә йөрөргә мәжбүрбеҙ. Әле бына ялға ҡайтҡас, аңланым: кәүҙәңде туп-тура тотоп, бер нимәнән дә хәүефләнмәйенсә атлап йөрөү ҙә бәхет икән... – Һеҙгә ошондай күтәренке хәрби рухты юғалтмайынса, имен-аман еңеү менән ҡайтырға яҙһын, тигән изге теләктә ҡалабыҙ. ИҒТИБАР! Контракт төҙөү өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? – иҫәп урыны буйынса хәрби комиссариатҡа; – контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156, телефондар: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63. – Ситуация үҙәге телефоны – 122. Нәсих Хәлисов фотоһы.