Был хаҡта Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ сәхифәһендә хәбәр итә һәм яугирҙәрҙе наградалары менән тәбрикләп, рух ныҡлығы теләй. "Хазбик" позывнойлы яугир - күп балалы атай булараҡ МХО-ла ҡатнашмаһа ла була ине, әммә ул үҙ теләге менән былтыр декабрь айында махсус операцияла ҡатнаша һәм ҡаты яралана. Сәләмәтлеге буйынса әле фронттан ҡайтҡан. "Бурый" позывнойлы яугир ҙә үҙ теләге менән ил һаҡларға бара. Яраланып ҡайтһа ла, һаулығын нығытып, кире алғы һыҙыҡҡа юлланған. Ә "Башҡорт" позывнойлыһы июль айынан үҙ теләге МХО-ға юллана. Хәйбулла яугирҙәре ҡыйыулыҡтары өсөн наградаға лайыҡ булды", -тип яҙған Рөстәм Динислам улы. Афарин, Хәйбулла егеттәре! Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән