Рәсәйҙең яңы биләмәләренә эш сәфәре һуңында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡырым Республикаһы Башлығы Сергей Аксёнов менән осрашты. Көн тәртибендә – төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре. Сергей Аксенов Башҡортостан етәкселегенә һәм шәхсән Радий Хәбировҡа Ҡырым халҡына ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. – Осрашыуҙарыбыҙға һәр саҡ шатмын, сөнки улар төбәктәрҙе үҫтереүгә ыңғай динамика бирә. Башҡортостан етәкселеге ҡырымдарға 2014 йылда уҡ, Ҡырым яҙының тәүге көндәренән үк ярҙам итте, – тип билдәләне Сергей Аксенов. – Төрлө ҡатмарлы хәлдәрҙә лә бер-беребеҙгә таянырға мөмкин булыуын беләбеҙ. Әле бергәләп яңы төбәктәргә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Радий Хәбиров үҙ сиратында 2019 йылда Сибай балаларын урындағы карьерҙа төтөн сығыуға бәйле ҡатмарлы экологик хәл осоронда Ҡырым һауыҡтырыу йорттары ял итеүгә ҡабул иткәне өсөн Сергей Аксеновҡа рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проекты сиктәрен