Мәсәғүт ауылындағы “НикОль” ательеһында махсус хәрби операция яугирҙәре дауаланған госпиталдәр өсөн түшәк кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым тегә башлауҙары тураһында һөйләгәйнек инде. Тегенселәр кәрәклеген ишетеү менән гимназияның 10-сы класс уҡыусылары ярҙамға ашыҡты. Ике әхирәт- Аделина Тляпова менән Полина Трапезникова дәрестәре тамамланыу менән эшкә тотона, бесеү, тегеү мәшәҡәттәренән һуң изделиеларҙы үтекләй, тип яҙа “Дуванский вестник”. Ҡыҙҙарҙың әйтеүенсә, улар кемдеңдер үтенесе буйынса түгел, ә дөйөм эшкә үҙ өлөштәрен индереү өсөн килгән. –Госпиталдә нимәләр етешмәгәнен беләбеҙ, шуға күрә тап ошондай изделиелар тегергә ҡарар иттек, –ти ателье етәксеһе Ольга Никулина. –Ә ҡыҙҙар маладис! Беренсенән, яугирҙәргә ярҙам итәләр, икенсенән, тегеү оҫталығын шымарталар.Беҙ ярҙамлашҡан һәр кемгә шатбыҙ. Мәсәғүт, Вознесенка, Михайловка ауылдарынан ярҙамға килгән Елена Решина, Елизавета Решина, Ирина Механошина, Татьяна Богданчик, Эмма Шарафеева, Мария Волкова һәм башҡалар әйберҙәр тегеүҙе бер минутҡа ла туҡтатмай дауам итә. Фото: https://duv-vest.ru/news/svoi/2023-11-23/pervymi-dobrovoltsami-v-poshive-izdeliy-dlya-ranenyh-boytsov-stali-shkolnitsy-iz-mesyagutovo-3533527