Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тыуған көнөн үткәрәһе урынға уны бөгөн ерләйҙәр...

Уҙған шәмбе кис Мәсетле районында Кропачево – Мәсәғүт – Әсет трассаһында үлемесле авария теркәлә. 20 йәшлек Кристина исемле ҡыҙ кейәүе менән Бобино ауылында йәшәгән туғандарына ҡунаҡҡа китеп барған. Тик ҡапыл улар ултырған ВАЗ-2114 автомобиле водителе машинаһына идараны юғалта һәм ҡаршы һыҙатҡа барып сыға. Ә унда ҙур йөк машинаһы килгән була... Был турала "КП-Өфө" баҫмаһы хәбәр итә. Ҙур машина менән бәрелешеү ватан автомобиле өсөн еңел үтмәй, әлбиттә: унан тимер өйөмө генә ҡала. Әйткәндәй, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, был көндө юл ҡәнәғәтләнерлек хәлдә була, боҙлауыҡ, буран күҙәтелмәй. Бөтәһе лә хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктергән, водителдәр айныҡ була. Водитель егетте хәүефһеҙлек ҡайышы ҡотҡара, ә Кристина, шулай уҡ ҡайышын эләктерһә лә, ауыр йәрәхәттәр ала. Бәрелеш тап ул ултырған урынға тура килә шул. Һөҙөмтәлә 20 йәшлек Денис әллә ни зыян күрмәй, медицина ярҙамы күрһәткәндән һуң уны ҡайтаралар. Ә бына буласаҡ кәләше бик ауыр йәрәхәттәр ала һәм, табиптарҙың бар тырышлығына ҡарамай, дауаханала һәләк була. Иң аяныслыһы, ҡыҙ 21 йәшенә тиклем бер нисә көн генә етмәй: 27 ноябрҙә уның тыуған көнө. Шулай уҡ улар егете менән электән матур итеп осраша һәм өйләнешергә әҙерләнгән була. Туйҙары 15 декабргә билдәләнгән булған. Тантанаға әҙерләнеп, матур пландар ҡороп йөрөгән саҡта авария ҡыҙҙың ғүмерен өҙә... Ҡыш көнө юлда йөрөү тағы ла хәүефлереккә әйләнә. Шуға күрә, хөрмәтле водителдәр, барлыҡ ҡағиҙәләрҙе лә теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Ошондай аяныслы хәлдәр ҡабатланмаһын ине. Фото: "Кп-Өфө".