Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иң популяр дәүләт хеҙмәттәре ниндәй?

Башҡортостанда электрон рәүештә ҡулланып булған иң популяр дәүләт хеҙмәттәре асыҡланған. Дәүләт хеҙмәттәрен һанлаштырыу “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Цифровая экономика”) башҡарыла. - Әлеге ваҡытта Башҡортостан халҡы табипҡа яҙылыу йәки вакцинация үтеү хеҙмәтенә йыш мөрәжәғәт итә. Шулай уҡ килеү урыны буйынса онлайн –теркәү хеҙмәте лә ҙур һорау менән файҙаланыла, - ти республиканың дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов. Шулай уҡ төбәктә популяр хеҙмәттәр иҫәбендә автотранспортты теркәү һәм сит ил паспортын алыу ҙа бар. Дәүләт хеҙмәттәре порталында ошондай хеҙмәттәр күрһәтеү халыҡҡа уңайлылыҡ тыуҙырыу маҡсатында эшләнә. “Һанлы иҡтисад” милли проекты иҡтисадта һәм социаль өлкәлә һаны технологиялар индереүҙе тиҙләтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото:"Башинформ"