Найти тему
Башҡортостан гәзите

Министр спектаклдә уйнарға йыйына

Өфөлә һаулыҡ һаҡлау министры ҡатнашлығында спектакль күрһәтеләсәк. Айрат Рәхмәтуллин ”Беҙҙең арала мөхәббәт” тип аталған хәйриә спектаклендә Посейдон ролен уйнаясаҡ. Спектакль 29 ноябрҙә “Торатау” конгресс-холында үтәсәк. Тамаша 19.00 сәғәттә башлана. Һаулыҡ һаҡлау министры менән бер рәттән, сәхнәгә Өфө эшҡыуарҙары, табиптар, етәкселәр ҙә сығасаҡ. Улар үҙҙәренең һәләттәрен бөтөнләй башҡа йүнәлештә күрһәтергә уйлай. Тамашасылар мауыҡтырғыс спектакль ҡарауҙан тыш, аҙ килемле ғаиләләрҙәге талантлы балаларға ярҙам да итәсәк тигән һүҙ, сөнки билеттар һатыуҙан килгән бөтә табыш адреслы ярҙам күрһәтеүгә тотоноласаҡ. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.