Әлеге мәлдә меңдән ашыу һорау килгән. Шул иҫәптән йөҙҙән ашыуы – видеомөрәжәғәт. Әйткәндәй, видеоһорауҙар 28 ноябрь 19.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә. “Быйыл кешеләр үҙҙәре өсөн йәки ниндәйҙер шәхси ихтыяжды ҡәнәғәтләндерергә йүнәлтелгән һорауҙар биреп бармай. Күберәге йәмәғәт борсоған мәсьәләләр. Юл, мәктәпте ремонтлау, “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге”, “Башҡорт ихаталары” программалары буйынса мөрәжәғәттәр килә. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яуҙирҙәргә ярҙам өсөн рәхмәт еткерәләр”, - тип һөйләп үтте мөрәжәғәттәр төрлөлөгө хаҡында Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская. Әйткәндәй, артабанғы һылтанма аша инеп, шарттар менән танышып, һеҙ ҙә Башҡортостан Башлығына үҙ мөрәжәғәтегеҙҙе ҡалдыра алаһығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-11-17/respublika-bashly-yna-orauy-dy-bir-3525685 Фото "Башинформ" сайтынан алынды.