Көслө рухлы яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиевтең тормошон күҙәтеп барырға күнеккәнбеҙ. Армиялағы фажиғәле ваҡиғалар арҡаһында ике аяғын да юғалтҡан егеттең тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, алға табан барыуы бик күптәрҙе ҡанатландыра шул. Бөгөн Рөстәм күңелһеҙ яңылыҡ менән уртаҡлашты. Хәбәр итеүенсә, уның был аҙнаға пландары бик ҙур булған, эш буйынса Мәскәүгә, Ҡазанға барырға йыйынған. Шулай уҡ бер каналдың хәбәрселәре килеп унан интервью алырға тейеш. Тик ул шәмбе көн УЗИ-ға барған һәм унда егеткә күңелһеҙ яңылыҡ әйткәндәр. Уның организмында таштар тапҡандар, ул простата биҙендә тығылып ҡалған. Һөҙөмтәлә бөгөн уны дауаханаға һалғандар, ә иртәгә операция яһаясаҡтар. Яҙылыусылары уға һаулыҡ һәм тиҙерәк шәбәйеп сығыуын теләгән. Һәр саҡ оптимист булған Рөстәм был хәлдә лә бойоғоп ҡалмаған. “Аҙнаға ошо тиклем пландар булғанда, ҡайғырып ултырырға ваҡыт юҡ”, – ти ул. Шулай уҡ егет һәр кемгә ваҡытында үҙ һаулығын ҡайғыртыуҙы һорай. Сәләмәтлек булмаһа, был тормошта бер нәмә лә мөһим түгел, ти ул. Тиҙерәк һауығып сыҡ, Рөстәм! Фото: социаль селтәрҙәр.