“Һуңғы ваҡытта бөтөн халыҡ, илде борсоған уй-хистәр менән янам. Эштә ваҡыт етмәгәнлектән, тойғоларымды һыуынмаҫ борон тип тиҙ-тиҙ генә ҡағыҙға төшөрөп һалам. Етешһеҙлектәре лә бар, уҡыусылар мине ғәфү итһен инде. Илдә барған сәйәси ваҡиғалар тетрәндергән темаға әйләнде. Ошоға тиклем "Һуғыш һәм ысынбарлыҡ", яуға киткән ауылдаштарыма арнап "Һалдат төшө", "Әсә йөрәге", "Шайморатовсылар йыры" кеүек шиғырҙар яҙҙым. Әле иһә балалыҡ дуҫымды юғалтыу – минең өсөн ҙур тетрәнеү булды”, - ти Ринат Сөләймәнов. Һүҙ Архангел районы егете, Махсус хәрби операцияла һәләк булған Илмир Хәсәйенов тураһында. Хәрби менән 26 ноябрҙә хушлаштылар. – Дуҫымдың атаһы Илдар ағай беҙҙең Аҙау ауылынан. Илмир бала саҡтан йәйҙәрен өләсәһендә үткәрҙе. Бергә уйнаныҡ, үҫмер саҡта бергә шуҡлыҡтар ҡылдыҡ. Һуңғы тапҡыр былтыр йәй осрашып, оҙаҡ ҡына һөйләшеп торғайныҡ, - тип хәтирәләре менән уртаҡлаша йәш шағир. Илмир Хөсәйенов 1985 йылдың 15 майында Архангел ауылында тыуған. Салауат ҡалаһының 72-се һөнәрселек училищеһында бе