Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанда лизинг буйынса дәүләт ярҙамы көсәйә

Башҡортостан Республикаһының Төбәк лизинг компанияһы «Амкодор-Ағиҙел» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә Д-Бокс сериялы ҡулайлама һатып алыуға финанс ярҙамы күрһәтте. Финанслауҙың дөйөм суммаһы 27 миллион һум тәшкил итте. Яңы ҡорамал предприятиеға тулы цикллы технология төҙөргә мөмкинлек бирәсәк, ул етештереү сығымдарын кәметеүгә һәм рентабеллекте биш процентҡа арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Ә Башҡортостан территорияһында проектты тормошҡа ашырыу быйыл - 65 һәм киләһе йылда тағы 85 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. «Амкодор» холдингы Башҡортостан менән Беларустың берлектәге проекты булып тора. Индустриаль парктың резиденты «Амкодор-Ағиҙел» заманса иген киптереү ҡорамалдары, иген һаҡлау өсөн силос, орлоҡ әҙерләү линиялары, мобиль киптергестәр етештереүҙә махсуслашасаҡ. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22379/