Һүҙ киви тураһында бара. Унда С витамины әфлисун һәм лимондағыға ҡарағанда күберәк, шулай уҡ калий, кальций, Е витаминына бай. Ҡан баҫымы юғары булғандарға, йөрәк сирлеләргә файҙалы. Өҫтәүенә, калорияһы әҙ булғанлыҡтан, диетик аҙыҡ һанала. Киҙеү, респираторлы, йоғошло сирҙәр аҙарынғанда уны рационға индереү һөҙөмтәле. Киви менән бер нисә рецепт. *Бер кивины иҙеп, уға бер балғалаҡ бал ҡушырға һәм йоҡларҙан алда ашарға. Былай дауланыу һыуыҡ үткәреп ауырығанда ярҙам итә. *Витаминлы коктейль былай әҙерләнә: ҡырылған уртаса бер кишер, иҙелгән бер киви, бер ҡалаҡ балды бер стакан кефирға һалып болғатырға. Был эсемлек ауырығандан һуң организмды нығытырға булышлыҡ итә. *Киви составында май кислоталарын яндырыусы һәм ҡан тамырҙарына тромб барлыҡҡа килеүҙе кәметеүсе матдә барлығы асыҡланған. Көнөнә 2-3 киви ашағанда хәл яҡшырғаны һиҙелә. *Тән бешкәндә йә өшөгәндә иҙелгән бер кивины бер балғалаҡ зәйтүн майы менән болғатып, ауыртҡан урынға ябырға кәрәк. Яра тиҙ уңалыр. Табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Фото:lovefood.com