Башҡортостан Республикаһы менән Ырымбур өлкәһе араһындағы административ сикте һүрәтләү буйынса ер төҙөлөшө документацияһы Росреестрҙа экспертиза уңышлы үтте. Бөгөн субъекттар араһындағы сик Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индерелде. Ырымбур менән Башҡортостан Республикаһының 10 муниципаль берәмеге сиктәш. Субъекттар араһындағы сик оҙонлоғо 1239 саҡрым тәшкил итте. Ике төбәк араһындағы сик уларҙың майҙанын һәм конфигурацияһын үҙгәртмәгән. Әле Башҡортостандың Пермь крайы (2018 йылда), Свердловск өлкәһе, Удмурт Республикаһы, Силәбе өлкәһе (2021 йылда), Татарстан Республикаһы (2022 йылда) менән сиктәре тулыһынса Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индерелгән. Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/22377/