Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Радий Хәбиров яугирҙәр янына барҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Донбассҡа эш сәфәре барышында «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы бүлексәләренең береһендә булды. Радий Хәбиров командование һәм личный состав менән аралашты, яугирҙәрҙең үтенесен тыңланы. - Лайыҡлы хеҙмәт итегеҙ һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Ә республика һеҙгә ярҙам итәсәк һәм ғаиләләрегеҙ хаҡында хәстәрлек күрәсәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. - Әгәр өйҙәге мәсьәләләр буйынса ниндәйҙер һорауҙар бар икән, белдерегеҙ - беҙ һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ. Хәрби хәбәрселәр менән һөйләшкәндә Башҡортостан Башлығы яугирҙарҙың матди-техник тәьминәт йәһәтенән үтенестәре булмауын билдәләне. - Һалдаттарыбыҙға кәрәкле бар нәмәне даими килтереүҙе яйға һалдыҡ, - тип билдәләне республика Башлығы. - Яҡташ яугирҙәр менән осрашыуҙарҙа уларҙың нисек урынлашыуы, нисек йәшәүҙәре, нимәгә мохтажлыҡ булыуы менән ҡыҙыҡһынам. Беҙ блиндаждарға инеп сыҡтыҡ, улар эстән бөтә нәмә менән йыһазландырылған, ағас менән көпләнгән. Туҡланыу һәйбәт, кейем-һалым, кәрәкле көнкүреш предметтары

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Донбассҡа эш сәфәре барышында «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы бүлексәләренең береһендә булды. Радий Хәбиров командование һәм личный состав менән аралашты, яугирҙәрҙең үтенесен тыңланы. - Лайыҡлы хеҙмәт итегеҙ һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Ә республика һеҙгә ярҙам итәсәк һәм ғаиләләрегеҙ хаҡында хәстәрлек күрәсәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. - Әгәр өйҙәге мәсьәләләр буйынса ниндәйҙер һорауҙар бар икән, белдерегеҙ - беҙ һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ. Хәрби хәбәрселәр менән һөйләшкәндә Башҡортостан Башлығы яугирҙарҙың матди-техник тәьминәт йәһәтенән үтенестәре булмауын билдәләне. - Һалдаттарыбыҙға кәрәкле бар нәмәне даими килтереүҙе яйға һалдыҡ, - тип билдәләне республика Башлығы. - Яҡташ яугирҙәр менән осрашыуҙарҙа уларҙың нисек урынлашыуы, нисек йәшәүҙәре, нимәгә мохтажлыҡ булыуы менән ҡыҙыҡһынам. Беҙ блиндаждарға инеп сыҡтыҡ, улар эстән бөтә нәмә менән йыһазландырылған, ағас менән көпләнгән. Туҡланыу һәйбәт, кейем-һалым, кәрәкле көнкүреш предметтары, ҡорамалдар бар - былар барыһы ла бик мөһим. Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/172322.html