Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бәпес ҡайтты!

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ артисы Лилиә Ишемйәрова һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Урал Мортазиндың ғаиләһендә шатлыҡлы ваҡиға булды – ейәндәре тыуҙы. - Әле ҡыҙым Зөлхизә менән ейәнем дауахананан сыҡмаған. Шуға хистәр диңгеҙендә йөҙөп йөрөйөм. Был ҡыуаныслы ваҡиға төрлө уйҙар, хәтирәләр тыуҙырҙы. Бала саҡҡа әйләнеп ҡайтам. Әсәйем миңә “Аллаһыу, аллаһыу, кәзәләрен тауға ҡыу" тип һамаҡлай торғайны. Ә бына үҙем бәпесте йоҡлатҡанда ниндәй һамаҡтар әйтермен икән тип, эстән генә белгәнемде һамаҡлап, ейәнемде ҡаршыларға әҙерләнеп йөрөм, - ти Лилиә Ишемйәрова. Билдәле артистарҙы ҡотлайбыҙ! Сабый бәхетле, сәләмәт булһын, өләсәй менән олатаһын яҡшы эштәре менән генә ҡыуандырып торһон. Ә һеҙ балаларығыҙға ниндәй һамаҡтар әйтә торғайнығыҙ? Ниндәй сәңгелдәк йырҙары көйләнегеҙ?Фотолар Лилиә Ишемйәрованың шәхси архивынан алынды.