Республика йәштәре «Тартыу нөктәләре» проекты вәкилдәренең беренсе слетында ҡатнаша ала. 1 һәм 2 декабрҙә Мәскәүҙә киңлек хужалары, эксперттар һәм партнерлыҡ ойошмалары вәкилдәренең беренсе ҙур йыйылышы уҙа. Беренсе ҙур слетта проект етәкселәре менән пленар сессия; 2024 йылға проектты үҫтереү йүнәлешен билдәләргә тейешле стратегик сессия; һөҙөмтәле коммуникациялар, партнерлыҡ, маркетинг темаларына федераль эксперттарҙан оҫталыҡ дәрестәре һәм лекциялар, шулай уҡ проекттың иң яҡшы өлгөләрен һәм эксперттарын бүләкләү тантанаһы ҡаралған. Сара ВДНХ-ның 55-се павильонында - «Рәсәй» күргәҙмә-форум биләмәһендәге Йәштәр йортонда уҙа. Автор фотоһы. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22310/