27 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәш ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау буйынса “Шыршы-2023” традицион яңы йыл алды операцияһы башлана. Оператив-иҫкәртеү сараһы 2023 йылдың 31 декабренә тиклем дауам итә. Был сара "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ла ойошторолған. Был осорҙа дәүләт урман инспекторҙары хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре менән бергә: - йәш ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ әҙерләү урындарында урмандарҙы тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү ойоштора; - дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа, шулай уҡ урман массивтарынан сыҡҡан урындарҙа Яңы йыл шыршыһы продукцияһын йөрөтөүҙе контролдә тотҡан стационар постар булдырыла; - шыршы продукцияһы һатылған урындарҙа рейд тикшереүҙәре уҙғарыу күҙаллана. Федераль дәүләт һәм урман күҙәтеүе бүлеге начальнигы Элмир Хөсәйенов билдәләүенсә, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, Яңы йыл шыршыһын законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Мәҫәлән, граждандарға – өс-дүрт мең һумға, вазифалы кешеләргә – 20-40 мең һумға, ойошмаларға 200-300 мең һумға тиклем административ штраф һалына. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, штрафтарҙан тыш, закон боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ҡапларға бурыслы. Әгәр зыяндың суммаһы биш мең һум һәм унан күберәк икән, “Урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыу” статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы ихтимал. Был статья буйынса максималь яза алты йылға иректән мәхрүм итеү. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан халҡы һәм ҡунаҡтары ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыу, әҙерләү һәм рөхсәтһеҙ һатыу тураһында 8(347) 218-14-14 телефоны буйынса Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итә ала. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Урман хужалығы министрлығы.