Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә “Йыл эшҡыуары-2023” республика конкурсы үтте. Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, төбәктең Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фонды сығыш яһай. “Йыл эшҡыуары” конкурсы быйыл 17-се тапҡыр үткәрелә. Еңеү өсөн көрәш бик етди булды. Конкурсҡа бөтәһе 16 номинация буйынса 140-тан ашыу ғариза килгән. Тикшереү йомғаҡтары буйынса өс лидер асыҡланды, улар араһынан берәүһе лауреат тип билдәләнде. Конкурс комиссияһы күп критерийҙар буйынса еңеүсене билдәләне, был – эшҡыуарҙың уҙған йылдағы иҡтисади эш һөҙөмтәләре, эшҡыуарҙың ҡаҙаныштары, һалымдарҙы ваҡытында түләү, эшкә урынлашҡан хеҙмәткәрҙәрҙең булыуы, хәйриә һәм бағыусылар эшмәкәрлегендә ҡатнашыу. Һөҙөмтәлә “Йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары” номинацияһында Туймазы районынан шәхси эшҡыуар “Грилькофф” экспресс-кафеһы, Lamomento пиццерияһы, “Чимин” кафеһы етәксеһе Дмитрий Мазилов еңде. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Туймазы районы хакимиәте.