“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡариҙел районының Ҡарышйылға ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул дүрт ауыл халҡын, йәмғеһе 207 кешене, хеҙмәтләндерәсәк. Ҡарышйылға ауылынан тыш, Дүртөйлө, Һабанкүл һәм Кеҙесе ауылдары халҡы был күңелле яңылыҡты һөйөнөп ҡабул итте. Бина бөтә кәрәкле коммуникацияларға тоташтырылған, ҡайнар һыу менән тәьмин ителгән.Пациенттар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Халыҡты тәжрибәле табип Ғәлиә Ғайсина ҡабул итәсәк. Ауылда медицина учреждениеһы асылыуы иҫтә ҡалырлыҡ ҙур ваҡиға, ул ысын мәғәнәһендә күңелле байрамға әүерелде. –Ауылдарҙа заманса фельдшер-акушерлыҡ пункттарының төҙөлөүе халыҡтың сәләмәтлеген яҡшыртыуға, ғүмер оҙайлығын арттырыуға, тормош сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән,– тип билдәләне Ҡариҙел районының хакимиәт башлығы Айҙар Шәйҙуллин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһ