Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Инәйҙәр тыуған нигеҙҙәрен күрергә барған

Блогер Гөлиә Дауытова өләсәйҙәре менән уларҙың тыуған Әбйәлил районының Мәхмүт ауылына сәфәр ҡылып, тыуып үҫкән өйҙәре нигеҙен барып күреүҙәрен видеоға төшөргән. Ривә һәм Венера инәйҙәр 1941 йылда, атайҙары һуғышта булғанда, әсәйҙәре төҙөгән йортҡа ҡайтҡан. Әйткәндәй, Венера инәй - блогер "Башҡорт хужабикәһе"нең дә өләсәһе. Тыуған өйөн күргәс,уның йөҙө балаларса бер самимилыҡ менән яҡтырып китә. Тыуған ер, тыуған ауыл, тыуған өй һәр кемгә лә ғәзиз шул... Гөлиә үҙе был иҫке генә кеше йәшәмәгән өйҙө: "Был өйҙө ваҡытында туғандарға бүләк иткәндәр, аҙаҡ шул уҡ урам эсендә яңы өй һалып сыҡҡандар, был өйҙө аласыҡ итеп йөрөткәндәр. Хужалары мәрхүм булғас, өйҙө емермәҫкә тигән һүҙҙе йыҡмағандар, шуға ултыра", - тип аңлата. Комментарийҙарҙа һәр кем тыуған өйөн хәтерләп һағышлана. Кемдеңдер нигеҙе лә юҡ хәҙер... Гөлшат Йосопова: - Гөлиә, афарин, өләсәйҙәрен ҡәҙерләп кенә алып йөрөй. Ҡыҙҙар бит атайҙарының өйҙәрен һаҡлап ултыра алмай. Ир бала булһа ла өйҙө тергеҙә алмаҫ ине, сөнки унда хәҙер икенсе кешеләр (документ буйынса) хужа. Флора Мөхәмәтйәнова: - Ике төрлө тойғо кисерҙем был видеояҙманы ҡарап. Бер яҡтан — тыуған нигеҙгә ҡайтып хәтирәләргә сумырға, атай-әсәй рухына доға ҡылырға урын бар (башҡа кеше йәшәмәй), икенсеһе — иҫкергән, бағылмаған һәм етемһерәп ултырған өйҙө күреү йәл... Тыуған нигеҙҙә йәшәргә ҡалырлыҡ кеше булмағаны күңелде өтә. Ни хәл итәһең, заманаһы шулай: ауылдар ҡартая һәм яйлап бөтә. Урбанизация. Өлкәнәйгән һайын ғәмһеҙ бала саҡ иҫкә төшә шул ул, тыуған төйәк шулай үҙенә саҡырып тора. Ә инәйҙәр — маладистар, өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, килгәндәр бит әле! Сығанаҡ: https://vk.com/club223252500 Автор фотоһы.