Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре боҙ аҫтына китә яҙған 13 йәшлек малайҙы ҡотҡарған. Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылы эргәһендәге быуа аша сығырға уйлаған уҡыусы ярҙан илле метр тирәһе алыҫлыҡта һыуға батҡан. Әмәлгә ҡалғандай, яҡында ҡотҡарыусылар иҫкәртеү рейды үткәргән, баланың бәләгә тарығанын күреп, ярҙамға ташланған. Бала иҫән-һау, ата-әсәһенә тапшырылған. Һуңғараҡ ҡотҡарыусылар ярҙан 15 метр алыҫлыҡта быуа аша сығырға уйлаған ирҙең батҡанын күреп, уны ла һыуҙан алып сыҡҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты әле боҙҙоң бик йоҡа, хәүефле булыуын иҫкәртә. Ғүмерегеҙҙе һаҡлағыҙ, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә һеҙҙе бәләгә ҡалыуҙан һаҡлаясаҡ. Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.