Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ауылдарҙа һуғым байрамдары бара

Һүҙ юҡ, ҡанға һеңгән инде - ауылдағы һәр эштә әсәйҙәргә ярҙам итеү өсөн йүгереп ҡайтабыҙ. Һыңынан, яҡындарҙың рәхмәтле йөҙөн күреп, ҡәнәғәт йөҙ менән кире юлға сығабыҙ. Беҙҙең аҙна һайын тыуған яҡҡа ҡайтырға тырышып тороуыбыҙға таныштар хатта аптырай. Нисек ҡайтмайһың инде - унда әсәйҙәр көтә! Был юлы ла һуғым байрамына ҡайттыҡ. Әбйәлил районының Ғәбдин ауылында йәшәгән ҡәйнәм Тәнзилә Хөснуллина беҙҙе һәр ваҡыттағыса һағынып көтөп тора. Уның кинйә улы махсус хәрби операцияла, шуға ла беҙ йышыраҡ ҡайтырға, ярҙам итергә тырышабыҙ. Был юлы ла беҙгә иремдең туғандары, ғаилә дуҫтары һуғым һуйыуҙа ярҙам итте. Һуғым һуйыу - башҡорт халҡының борондан килгән матур йолаһы ул. Донъялар именлеген, иҫәнлектә-һаулыҡта балалар, туғандар, дуҫтар менән ашарға яҙыуын теләп, мал салалар. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа матур теләктәрен әйтеп, эсәк-ҡарынды йылғаға алып барып йыуа. Был сара бер яҡтан ҡышты имен ҡышлау өсөн ризыҡ әҙерләү сараһы булһа, икенсе яҡтан - туғандарҙы ла туплай, аралашыу мөмкинлеген бирә. Берәүҙ

Һүҙ юҡ, ҡанға һеңгән инде - ауылдағы һәр эштә әсәйҙәргә ярҙам итеү өсөн йүгереп ҡайтабыҙ. Һыңынан, яҡындарҙың рәхмәтле йөҙөн күреп, ҡәнәғәт йөҙ менән кире юлға сығабыҙ. Беҙҙең аҙна һайын тыуған яҡҡа ҡайтырға тырышып тороуыбыҙға таныштар хатта аптырай. Нисек ҡайтмайһың инде - унда әсәйҙәр көтә! Был юлы ла һуғым байрамына ҡайттыҡ. Әбйәлил районының Ғәбдин ауылында йәшәгән ҡәйнәм Тәнзилә Хөснуллина беҙҙе һәр ваҡыттағыса һағынып көтөп тора. Уның кинйә улы махсус хәрби операцияла, шуға ла беҙ йышыраҡ ҡайтырға, ярҙам итергә тырышабыҙ. Был юлы ла беҙгә иремдең туғандары, ғаилә дуҫтары һуғым һуйыуҙа ярҙам итте. Һуғым һуйыу - башҡорт халҡының борондан килгән матур йолаһы ул. Донъялар именлеген, иҫәнлектә-һаулыҡта балалар, туғандар, дуҫтар менән ашарға яҙыуын теләп, мал салалар. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа матур теләктәрен әйтеп, эсәк-ҡарынды йылғаға алып барып йыуа. Был сара бер яҡтан ҡышты имен ҡышлау өсөн ризыҡ әҙерләү сараһы булһа, икенсе яҡтан - туғандарҙы ла туплай, аралашыу мөмкинлеген бирә. Берәүҙәр уны ҙур эш кеүек күрә, ә мин ошондай ауыл эштәрен, шул иҫәптән һуғым байрамын яратам. Иң мөһиме - беҙҙе тыуған ерҙә беҙҙе көтөп торған яҡындарыбыҙ булһын. Рәмилә Мусина фотолары.