«Башҡортостан» Дәүләт концерт залы сәхнәһендә 12 йәш музыкант легендар дирижер Дмитрий Крюков етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһының легендар милли симфоник оркестры оҙатыуында башҡорт классикаһын уйнаны. Финалсылар фортепиано, тынлы инструменттар, скрипка һәм халыҡ инструменттары номинацияларында сығыш яһаны. Йәш музыканттарҙың финал программаһы өсөн махсус рәүештә яңы әҫәрҙәр яҙылды, башҡорт классикаһы оркестрлаштырылды. Өс конкурстың финалы өсөн балаларға симфоник оркестр менән башҡарыу өсөн утыҙға яҡын оригиналь партитура яҙылды. Азамат Аҙнағолов, Урал Иҙелбаев, Илдар Хисаметдинов, Рим Хәсәнов, Әлфиә Хәбированың яңы әҫәрҙәре яңғыраны. Бөтә турҙарҙа ла балалар рәхәтләнеп Рафаил Ҡасимов, Нур Дауытов, Заһир Исмәғилев пьесаларын башҡарҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Елкән” телеконкурсы “Милли проекттар” программаһы сиктәрендә Башҡортостан республикаһы Мәҙәниәт министрлығы булышлығында "Тамыр" балалар-үҫмерҙәр телеканалы тарафынан ойошторолдо. Быйыл телепроект Рәсәй Президенты иғлан и