Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кискә ҡарай йәнә фажиғә

Бөгөн кискә ҡарай һыуға батыуға бәйле йәнә фажиғәле хәбәр билдәле булды. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән белдерҙеләр. Ирле-ҡатынлы балыҡ тотор өсөн Эҫем йылғаһына барған. Улар Иглин районының Подольский ауылы янында булған. Кискә ҡарай уларҙы туғандары юғалта һәм шылтырата башлай, тик телефондары яуап бирмәгән. Аптырағас, эҙләп киткәндәр һәм йылға буйына килгәндәр. Бында уларҙың машинаһы һәм ҡайһы бер әйберҙәре табылған. Ә һыу эсендә кемдеңдер аяҡтары күренеп торған... Урынға ҡотҡарыусыларҙы саҡыралар. Улар һыу эсендә икеһен дә - 1952 йылғы ирҙе һәм 1954 йылғы уның ҡатынын таба. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар икеһе лә һәләк булған. Билдәле булыуынса, ғаилә пары Силәбе өлкәһенән килгән. Әле тәфтиш-тикшереү саралары үткәрелә. Әлеге ваҡытта боҙға сығыу бик хәүефле. Көндәр йылы торғас, боҙ кәрәкле кимәлдә туңмаған. Ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ! Фото: МЧС.