Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Зөлфиә Боҫҡонова 11 балаһы менән бәхетле

Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән 11 бала әсәһе Зөлфиә Боҫҡонова - һоҡланғыс әсәләрҙең береһе. Татыу, уңған Боҫҡоновтар һигеҙ ҡыҙ һәм өс ул тәрбиәләй. Балаларын да үҙҙәре кеүек эшһөйәр, уңған итеп тәрбиәләй улар.Һеҙҙең иғтибарға Боҫҡоновтарҙың ҡыҙы Зөмәрәнең әсәһе тураһында иншаһын тәҡдим итәбеҙ."Әсәйем – иң яҡын кешем. Ул шундай яғымлы, һөйкөмлө, наҙлы һәм тормошто яратыусан. Миңә ауыр ваҡыттарҙа ярҙам итә һәм кәңәштәр бирә. Әсәйем – бик матур, аҡ ҡайындай һомғол буйлы. Һары бөҙрә сәстәре алтын иген һабағы төҫлө, ә зәңгәр күҙҙәре күк болон сәскәләренә оҡшаған. Уның күҙҙәре һәр саҡ көлөп тора. Нурлы йөҙө беҙҙең кәйефте күтәрә, тынысландыра ла. Әсәйем – түҙемле кеше, тыныс та ул, һәр кем менән матур итеп аралаша. Уның менән һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй. Уны барыһы ла ярата һәм хөрмәт итә. Әсәйем менән ғорурланабыҙ!" - тип яҙҙы Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе уҡыусыһы Зөмәрә Боҫҡонова.Бөтә әсәләрҙе лә байрам менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә балалар бәхете, донъя именлеге теләйбеҙ. Фото һәм сығанаҡ: hakmar.ru ("Һаҡмар" гәзите төркөмө).