Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Бына, улым, орденыңды алдым..."

Әбйәлил районында ла Әсәләр көнөнә арналған матур сара үткән. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең әсәләре саҡырылған. Улар араһынан ошо яуҙа улдарын юғалтҡан ике әсәгә – Теләштән Руслан Кәримовтың әсәһе Вафира Әҙеһәм ҡыҙы менән Рысҡужанан Зөлфәр Мостафиндың әсәһе Хәснә Хафиз ҡыҙына улдарының Батырлыҡ ордендары тапшырылған.Байрамға килеүселәрҙе шулай уҡ район мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатына ҡуйылған фотограф Иштимер Йосоповтың “Герой әсәһе – Герой ҡатыны” фотокүргәҙмәһе тетрәндергән. Улдарын, ирҙәрен юғалтҡан 21 ҡатын-ҡыҙҙың күңел кисерештәрен, ҡайғы-хәсрәтен, балаларҙың һағышлы ҡарашын сағылдыра ул.“Бына, улым, орденыңды алдым”, – тип өндәшкән улының фотоһүрәтенә бағып Хәснә инәй.Байрам сараһы ҡотлауҙар, матур йөкмәткеле концерт менән үрелеп барған. Әсәйҙәр тураһындағы моңло йырҙар, балаларҙың сығыштары сара ҡунаҡтарының күңеленә хуш килгән. Фото һәм текст сығанағы: "Осҡон" гәзите