Найти тему
Башҡортостан гәзите

Искәндәр Ғәзизов ҡаҙ өмәһендә ҡатнашҡан

Ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре дауам итә. Билдәле йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизов та социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бер арба ҡаҙ янында төшкән фотоларын һәм видеоларын ҡуйҙы. Белеүебеҙсә, йырсының ҡайныһы Фәнүс Мансур улы менән ҡәйнәһе Раушания Фәйез ҡыҙы Солтанғоловтар – иҫ киткес уңған, эшһөйәр кешеләр. Улар йыл һайын ихата, һарай тултырып ҡош-ҡорт үрсетә. "Ҡош-ҡортто шул тиклем матур итеп тәрбиәләйҙәр, үҙҙәрен дә, беҙҙе лә ҡышҡылыҡҡа етерлек ит запасы менән тәьмин итәләр, артҡанын һаталар. Әйтергә кәрәк, уларҙың продукцияһын йыл һайын көтөп алған һатып алыусылары бар, ҡайһы берәүҙәр хатта бишәр, унар баш ҡош-ҡорт һатып ала”, - тигәйне Искәндәр беҙҙең төркөмгә биргән бер интервьюһында. Быйыл да Федоровка районының Сытырман ауылында ҡаҙ өмәһе гөрләп үткән. Йырсы видеояҙмаһында әйтеүенсә, әлеге арбала 56 баш таҙаланған ҡаҙ ята, тағы 24-е һыймаған. "Бына шулай, фидерҙәр (федоровкалар – автор) йырлай-йырлай ҡаҙ йолҡа. Ҡаҙ өмәһе мөбәрәк булһын, имен-һау ашарға яҙһын, йорт-еребеҙгә тыныслыҡ ҡайтһын!”, - ти йырсы. Шундай уңған хужаларға, уларға ихлас күңелдән ярҙам иткән балаларына, ауылдаштарына “Афарин!”дан башҡа ни әйтәһең! Фотолар: И. Ғәзизовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.