Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Офсет контракттары киләсәген тикшерҙеләр

Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Өфөлә «Сауҙалашыу» роуд-шоуының эшлекле секцияһы үтте. Уны ойоштороусылар булып Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы һәм «Башҡортостан Республикаһының стратегик эшләнмәләр үҙәге» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы сығыш яһаны. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төбәктә офсет контракттары сиктәрендә төбәктә хоҡуҡ мөнәсәбәттәре булдырыу һәм үҫтереү перспективаларын, дәүләт-шәхси партнерлыҡ өлкәһендә хоҡуҡ мөнәсәбәттәре урынлаштырыу һәм уларҙы хоҡуҡи көйләү мәсьәләләрен тикшерҙе. Сессия (роуд-шоу) сиктәрендә Башҡортостан Республикаһында инвесторҙарҙы йәлеп итеү маҡсатында перспективалы офсет контракттарының планы һәм яҡынса шарттары менән таныштырыу үткәрелде. Башҡортостан Республикаһының перспективалы офсет һатып алыуҙар планы проекты 13 йүнәлеш буйынса баҙарға тәҡдим ителгән офсет һатып алыуҙарының яҡынса шарттарын үҙ эсенә ала. Был - балалар аҙығы, мебель, медицина әйберҙәре һб етештереү һәм поставкалау. Аңлатып китәйек, офсет контракты - ул ҡара-ҡаршы яуаплы инвестиция йөкләмәләре менән оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән тәьмин итеү килешеүе. Был механизмды ҡулланыуҙың көтөлгән һөҙөмтәһе - ул өҫтәмә инвестициялар йәлеп итеү, яңы эш урындары булдырыу, һатып алынған тауарҙар һәм хеҙмәтләндереүҙәр сифатын яҡшыртыу. Сығанаҡ: https://ibw-bashkortostan.com/news/16960/