Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яһалма интеллект беҙҙең менән бергә уйлаясаҡ

Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2023 сиктәрендә «Иртәнән һуң. Маркетингта яһалма интеллект» панель дискуссияһы уҙҙы. Сессияла маркетинг тураһында ғына түгел, кешелектең һанлы киләсәге тураһында ла һүҙ барҙы. Спикер Сергей Переслегин фекеренсә, бер ҡасан да кешелек тарихында бөгөнгө кеүек һәр кемдең шәхси һайлау мәсьәләһе киҫкен торманы. Беҙҙең трансцендент һайлауҙар - выждан һайлауыбыҙ, этик һайлауыбыҙ беҙҙең киләсәк философик, фәнни һәм технологик идеяларыбыҙҙы һәм ҡарашыбыҙҙы бөгөнгө кеүек туранан-тура билдәләмәне. Хәҙер ошондай ваҡыт етте. - Яһалма интеллект беҙҙең урынға түгел, ә беҙҙең менән бергә уйлаясаҡ, - тип иҫәпләй спикер. - Кеше үҙенең фекерләү һәләтен юғалтмаған һәм артабан да шулай булып ҡаласаҡ. Һәм ул үҙенең кешелек интеллектын һәм был донъя менән идара итә белеүен үҫтерәсәк, ә компьютер, бер яҡтан, уға бында ярҙам итәсәк, ә икенсе яҡтан, донъяға кешелекһеҙ ҡараш булыу ихтималлығын күрһәтәсәк. Сығанаҡ: https://ibw-bashkortostan.com/news/16964/