Әсәйебеҙ эштә имгәнде лә оҙаҡ йылдар урын өҫтөндә ятырға мәжбүр булды. Бер хәрәкәтһеҙ ята торғас, ҡоро һөйәккә ҡалды, тәне тишелә башланы. Апайым менән миңә иғтибар бөтөнләй бөттө. Әсәй ауырыу сәбәпле беҙҙе һөйә алмаһа, атай, тап-таҙа ир, ни өсөндөр беҙҙе лә, әсәйҙе лә күрмәмешкә һалышты. Бер өйҙә йәшәһәк тә, беҙҙең менән бергә ултырып ашаманы, берәй тәм-том йә уйынсыҡ алып ҡайтҡанын да иҫләмәйем. Әсәйҙе инәйебеҙ ҡарашты. Атай көндәр буйы өйҙә күренмәй, өҫтәүенә кистәрен дә сығып юғала торған ине. Шулай бер мәл уйындан ҡайтып инһәм, атай инәйгә ҡыҙып-ҡыҙып ниҙер аңлата. Айырым ишетелгән һүҙҙәренән шуны аңланым: атайҙы әсәйҙең түшәктә ятыуы тамам туйҙырған икән! "Һарыҡ бәрәне түгел бит ул һиңә, ауырый тип салып ҡуйып булмай", - тип инәйемдең әрнеп ҡысҡырғанын ишетеп, тиҙерәк сығып киттем. Һөйләшеү өй эсендә барғанлыҡтан, бисара әсәйем дә был һүҙҙәрҙе ишетеп ятҡандыр тип уйлайым. Атайҙы күрә алмаҫ хәлгә еттем. Ул ҡапҡа асып ҡайтып инһә, бөтә кәйеф ҡырыла, ул китһә, минән дә бәхетле кеше