Найти в Дзене

"Шаляпин – Өфөлә" фильмы әҙер

Бөгөн Өфөнөң "Родина" кинотеатрында исеме мәңгелеккә донъя опера сәнғәтендә ҡалған танылған рус йырсыһы Федор Шаляпин тураһында төшөрөлгән документаль фильм тәүге тапҡыр күрһәтелде. Уның менән авторы, Рәсәйҙең билдәле телетапшырыуҙар алып барыусыһы, хәйриә фондына нигеҙ һалыусы Оксана Федорова таныштырҙы. Фильм мәшһүр йырсыны ул ҡәҙәре үк билдәле булмаған яҡтан аса. Өфөгә килгән Шаляпин әле бер кемгә лә билдәле түгел, ул – йылға ярындағы ағас йортта ябай ғына бер бүлмәне яллап көн иткән йәш егет. Опера донъяһында үҙен ниндәй ҙур үрҙәр көткәнен күҙ алдына ла килтермәй әле. Тап ошонда ул тәүге тапҡыр үҙенең исемен театр афишаһында күрә, операла яңғыҙ партия башҡара, беренсе тапҡыр ҙур гонорар алып, яҡшы кейем, көмөш кеҫә сәғәте һатып ала ла Өфө урамдары буйлап үтә... Фильм башланыр алдынан Башҡорт дәүләт опера театрында О. Федорова ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Унда Башҡортостан вәкилдәре – мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина, опера театры директоры Александр Алексеев, баш рәссамы Иван Складчиков һәм республикабыҙҙың Милли музейындағы "Шаляпин – Өфөлә" проектының етәксеһе, Төбәк-ара Шаляпин үҙәгенең ағзаһы, бөйөк йырсы хаҡындағы китаптың мөхәррире һәм иллюстраторы Анастасия Баранова ла ҡатнашты. Ул документаль фильмдың консультанты булып сығыш яһаған. "Ф. Шаляпин ҡасандыр Өфөгә бәләкәй бер сумаҙан менән генә килеп, хыялдарын тормошҡа ашыра башлаған", – тине О. Федорова һәм картинаның эстәлеге тураһында һөйләп үтте. Фильм быйыл яҙ Өфөлә төшөрөлгән, унда Ф. Шаляпин исеменә бәйле иҫтәлекле урындар байҡалған. Әйтергә кәрәк, "Шаляпин – Өфөлә" программаһы "Минең Рәсәй: музыкаль сәйәхәт" тип аталған проекттың бер өлөшө булып тора. Быйыл ул Рәсәй музыкаһының ике генийы – Ф. Шаляпин менән С. Рахманиновҡа бағышланған. Музыка сәнғәтенең ике мәшһүр вәкиленең тыуыуына 150-шәр йыл тула. Ике бөйөк шәхесте тормошта ижади дуҫлыҡ, сәнғәт хаҡына берҙәм маҡсаттар берләштергән. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында "Рахманинов. Симфония длиною в жизнь" балетының премьераһы ла булды, бөгөн уның икенсе көнө. Матбуғат конференцияһындағы һөйләшеүҙә, әлбиттә, был тема ла телгә алынмай ҡалманы. "Шаляпин – Өфөлә" кинотаҫмаһын Башҡортостандың төрлө уҡыу йорттарында күрһәтеү планлаштырыла, аҙаҡ уны Яңы йыл каникулы көндәрендә телеканалдар аша ла ҡарарға мөмкин була. Фото: kinorb.ru