Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Ниңә генә балаларыңды төшөрөп торманың?.."

Кисә, 24 ноябрҙә, Белорет районының Аҙнағол ауылында фажиғәле хәл булды. 1982 йылғы ҡатын ауылды икегә бүлеп аҡҡан Ағиҙел йылғаһындағы йәйәүлеләр күпере аша "Шкода" автомобилендә сыҡҡанда һыуға төшөп китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙе шунда уҡ һәләк була, ә ике баланы, 2018 йылғы ҡыҙҙы һәм 2016 йылғы малайҙы, ауыл кешеләре һыуҙан тартып сығара, тик медицина хеҙмәткәрҙәре ҡотҡара алмай. Мәғлүм булыуынса, ҡатын Аҙнағол ауылынан, китапханасы булып эшләгән. "Ниңә генә күперҙән сыҡҡансы балаларыңды төшөрөп торманың", "Үҙең менән алып киттең, йөрәк һыҙлай", "Шулай үлеп киттеләр инде балаҡайҙар, йәндәре йәннәттә булһын", "Матур ғына шаян ҡыҙыҡай ине, матур йырлай һәм һинд, төрөк бейеүҙәрен оҫта бейей ине" тип яҙалар һәләк булған әсә тураһында. Был хәл буйынса Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы ике енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Береһе - һәләк булған ҡатынға шофер танытмаһы булмайынса автомобиль йөрөткән өсөн, ул был хоҡуҡтан мәхрүм ителгән булған. Икенсеһе - Белорет районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә үҙ бурыстарын тейешенсә үтәмәгән өсөн. Мәрхүмдәрҙең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: ватсаптан, социаль селтәрҙән.