Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан – бизнес йыһаны: форумда ҡатнашыусылар был сара тураһында

Ул бизнесмендарҙың, иҡтисадсыларҙың, киң матбуғат сараларының ҙур иғтибарын йәлеп итте. Сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар был форумдың сағыу экспозицион йөкмәткеле булыуын билдәләне. Бында һәр нәмә ентекле уйланылған. Уңайлы интерактив навигация сараның инфраструктураһы тураһында тулы мәғлүмәт бирә, кәрәкле майҙансыҡты тиҙ генә табырға ярҙам итә. “Халыҡ-ара бизнес аҙналығының ойошторолошо бик һоҡланғыс! Был бизнес йыһаны тәьҫораты ҡалдыра”, – ти форумда ҡатнашыусы Юрий Марков. “Мин фойелағы интерактив шарға һоҡландым, ул бизнес донъяһының иртәнән һуңғы көнөн күҙаллау мөмкинлеген бирә” – ти иҡтисадсы Сергей Вилков. “Халыҡ-ара бизнес аҙналығын ойоштороусыларға рәхмәт белдергем килә, уны бизнес йәмәғәтселеге үҙ мөмкинлектәрен киңәйтә алырлыҡ шарттарҙа эшләгән”, – ти Ҡытай вәкиле Ли Яньцзунь. Башҡортостан, күренеүенсә, сираттағы тапҡыр креатив сара ойошторҙо. Фото: ibw-bashkortostan.com.