Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында 1AK-GROUP идара итеү холдингының финанс директоры Алексей Шиленок Башҡортостандың аккумулятор ьатареялараның сепараторҙарын һәм литий аккумуляторҙарын етештереү өсөн өҫтөнлдөк майҙан булараҡ ҡаралыуын белдерҙе. “Беларусь - Башҡортостандың донъя баҙарындағы төп хеҙмәттәштәренең береһе”, – тине Башҡортостандың тышҡы иҡисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. – “Беҙ даими рәүештә бер-беребеҙгә сәфәргә барабыҙ һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ. 10 октябрҙә «Амкодор-Агидель» заводын эшкә ҡуштыҡ, әле “Амкадор-Алға” заводын булдырыу өҫтөндә эш башланыҡ”. Әңгәмә барышында аккумулятор сепараторҙарын яһауҙың үҙҡиммәте юғары булмауы тураһында әйтелде, шул уҡ ваҡытта был тауарға ҡулланыусылар баҙары ҙур мохтажлыҡ кисерә. Башҡортостанда химия сәнәғәте үҫешкән, шуға күрә бындай әйберҙе етештереү өсөн мөмкинлектәр бар. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.
Беларусь беҙҙең республикала аккумулятор заводы урынлаштырырға теләй
25 ноября 202325 ноя 2023
~1 мин