Мәсәғүт ауылында хәрби госпиталь өсөн түшәк кәрәк-яраҡтары, эске кейем-һалым тегеү буйынса эш ойошторолдо, тип хәбәр итә “Дуванский вестник”. Башҡортостандың алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән шәфҡәт туташтары үтенесен ҡәнәғәтләндереү өсөн Дыуан ҡатын-ҡыҙҙары ҙур тырышлыҡ һала. Әҙер тегеү әйберҙәрен сираттағы гуманитар ылау ярҙамында хәрби зонаға оҙатасаҡтар. Редакция бинаһында урынлашҡан “НикОль” ательеһында был мөһим эшкә ҡушылырға мөмкин. Ярҙам итеүселәргә теген машинаһы бирелә. Шулай уҡ туҡыма, кәрәкле материалдар, фурнитура һатып алыу өсөн аҡса йыйыу ойошторолған. Ярҙамсыл, эштең әһәмиәтен аңлаған кешеләр туҡымалар килтергән. Ателье хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ярҙамсылары әйбер тегеү эшен өҙлөкһөҙ дауам итә. “Еңеү өсөн тегәбеҙ” төркөмөнә ошо һылтанма буйынса инергә мөмкин: https://chat.whatsapp.com/Li6jE9XkwXIEsKf2lQceYv Шылтыратығыҙ:8-960-387-62-48. Фото һәм сығанаҡ: https://duv-vest.ru/articles/svoi/2023-11-21/v-duvanskom-rayone-nachata-rabota-po-poshivu-postelnyh-prinadlezhnostey-dlya-ranenyh-boytsov-3530184