Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын (национальный проект “Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) тормошҡа ашырыу барышында уҙғарыла, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы. Күргәҙмә үҙ эсенә эшлекле программаны, креатив индустриялар форумын, халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре өлкәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн “Волга буйы” йәрминкәһен, “Иң яҡшы һөнәрсе-2023” республика конкурсын, шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәрен берләштерә. Ғаризалар 21 ноябргә тиклем ҡабул ителә. “Беҙ халыҡ художество кәсептәре өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған эшҡыуарҙарға һәм төбәк һөнәрселәренә әүҙем ярҙам итәбеҙ, сөнки Башҡортостан – быуаттар төпкөлөнән килгән традицияларҙы тоғро һаҡлаған һәм үҫтергән төбәк. Йыл һайын үткәреләсәк майҙансыҡҡа әйләнгән “Һөнәрҙәр аҙналығы” оҫталарға Яңы йыл алдынан үҙ әйберҙәренең иң яҡшы өлгөләрен тәҡдим итергә, шулай уҡ