Найти тему
Башҡортостан гәзите

Лапароскопия өмөттө аҡлай

Күмертау ҡалаһы дауаханаһында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, 300-гә яҡын лапароскопия әмәлиәте яһалды. Табиптар хәҙер яңы ҡорамал ярҙамында аҙ тишемле хирургик операциялар яһай ала. Был әмәлиәттәр барышында ғәҙәттәге операциялар ваҡытындағыға ҡарағанда туҡымалар аҙыраҡ зарар күрә. Бәләкәй генә тишемдәр аша пациенттың ҡорһаҡ ятҡылығын күҙәтеү мөмкинлеге бар. Яңы ысулдың ғәҙәттәге хирургия алдында өҫтөнлөктәре байтаҡ: һауығыу ваҡыты ҡыҫҡара, ҡан юғалтыу аҙая, тәндә ҙур йөйҙәр ҡалмай. –Лапароскопия яраламай тиерлек, пациент тиҙ һауыға.Операция оҙайлығы ауырыуҙа ниндәй диагноз ҡуйылыуына, процедура ҡатмарлығына һәм физиологик үҙенсәлектәргә бәйле, – тип билдәләне хирург Валерий Иштыков. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц