“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә электрон яҙылыу республиканың инвестиция порталында иң популяр онлайн-сервис тип танылды. Эшҡыуарҙар өсөн сервистарҙы үҫтереү “Һанлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика”) буйынса тормошҡа ашырыла тип хәбәр итә төбәктең Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы. -“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” – Башҡортостандың иң яҡшы тәжрибәләренең береһе. Ул муниципалитеттарҙа эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итә. Административ ҡаршылыҡтарҙы еңеү өсөн был һөҙөмтәле ҡорал, - тип һөйләне республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Электрон яҙылыу сервисы менән ноябрь айында 40-тан ашыу эшҡыуар файҙаланған. Сайт бизнес берләшмә менән уңайлы итеп аралашыу һәм тәҡдим ителгән проекттарҙы тиҙ арала ҡарау өсөн булдырылған. Заявкалар өҫтөндә бизнес-шәрифтәр эшләй. “Һанлы иҡтисад” милли проекты иҡтисад һәм социаль өлкәлә һанлы технологияларҙы тиҙ индереүгә йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.