3,5 сәғәтлек дәрестәр өс ай дауамында шәмбе көндәрендә үтәсәк. Уҡыу программаһы 14 йәштән өлкән уҡыусылар өсөн иҫәпләнгән. 3D-графика индустрияһында күп йыллыҡ эш тәжрибәһе булған уҡытыусылар белем бирәсәк. Курста ҡатнашыусыларҙы өс үлсәмле графика донъяһы менән таныштыралар һәм 3D-моделдәрҙе эшләргә өйрәтәләр. Балалар Blender программа комплексын, моделдәрҙе үҙләштерә. Шулай уҡ уларға уҡытыусы менән чатта аралашыу мөмкинлеге биреләсәк, унда улар дәрестәр буйынса һорауҙар бирә һәм өҫтәмә материалдар ҡарай ала. "Футурика" үҙәгенең заманса техник йыһазландырылыуы бер майҙансыҡта ижад һәм программалауҙы берләштереп, юғары ҡатмарлылыҡтағы проекттар булдырырға мөмкинлек бирә. Таланттарҙы үҫтереү өсөн уңайлы мөхит уҡыусыларға һәм студенттарға үҙ идеяларын тормошҡа ашырырға ярҙам итә", — тип билдәләне республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Курсҡа яҙылырға һәм өҫтәмә мәғлүмәтте 8-917-466-94-03 телефоны йәки futurika14@yandex.ru электрон почтаһы аша алырға мөмкин Дәрестәр Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 14-се йорт, беренсе ҡат адресы буйынса үткәрелә. Милли проекттың маҡсаты - бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, эшҡыуарлыҡ үҫешен старт идеяһынан алып киңәйтеүгә һәм экспортҡа сығыуға тиклем яҡлау. Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.