Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары студенттары кампусының беренсе сиратында Спорт программалауы, алгоритм робот техникаһы, киберхәүефһеҙлек һәм киберспорт үҙәге асыласаҡ. - Бөгөн киберспорт йәштәр араһында бик популяр, СПАРКС төбәктә инновацион спорт үҙәгенә әүерелер, тип ышанам. Етмәһә был өлкәлә беҙ ғорурлана алабыҙ - егерме йылдан ашыу Өфөнән программалаусылар командалары спорт программалауы буйынса халыҡ-ара ярыштарҙың финалына даими сыға, - тип һөйләне мәғлүмәт агентлығына Вадим Захаров. Автор: Вадим АНДРЕЕВ Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/nauka/2023-11-25/v-mezhvuzovskom-kampuse-v-ufe-otkroetsya-tsentr-sportivnogo-programmirovaniya-3537624
Өфөлә вуз-ара кампуста Спорт программалауы үҙәге асыласаҡ
25 ноября 202325 ноя 2023
~1 мин