Өфөлә вуз-ара кампус төҙөлөшө етәксеһе Сергей Гладких вуз-ара кампус булдырыу буйынса федераль программаның фәнгә оҙаҡ йылдар буйы йүнәлеш бирәсәк объекттарҙы күҙ уңында тотоуын билдәләне. “Беҙҙең форум – киләсәккә ҡараш ташларға ынтылыу ул”, – тине Гладких. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Руслан Ханнанов сарала ҡатнашыусыларҙы Өфөләге вуз-ара кампус проекты менән таныштырҙы. “Был идеология нигеҙендә инновацион белем биреү мөхите тыуҙырыу ята. Проект мәктәпте, юғары мәктәпте һәм фәнде берләштереү өсөн нигеҙ буласаҡ”, – тине спикер. Рәсәй Финанс министрлығының Ғилми-тикшеренеү финанс институтының Тармаҡ иҡтисады үҙәге етәксеһе Инна Рыкова университет кампустарының йоғонтололоғон билдәләү ысулдары тураһында һөйләне. Секцияла ошо кампустарҙың финанс механизмы тураһында ла һүҙ барҙы. Ҡағиҙә булараҡ, төп килем сығанағы – кампустарҙың белем биреү программалары. Аныҡ фәндәргә йүнәлеш тотҡанда дәүләт ҡаҙнаһынан да аҡса бүленә. Ҡытайҙағы Нанкин техник университеты профессоры Юечэн Дун үҙ илдәрендә кампустарҙың ниндәй йүнәлештә эшләүе тураһында һөйләне. Фото: ibw-bashkortostan.com.
Кампустарҙың нисек эшләүен Рәсәй үҙ ысулдары менән билдәләй
25 ноября 202325 ноя 2023
~1 мин