Альбина Саяпина Башҡорт дәүләт педагогия институтын ситтән тороп уҡып бөтә. Әлеге ваҡытта үҙенең төҙөлөш тармағындағы ойошмаһы бар. Бригадаһы менән ремонт эштәре менән шөғөлләнә. Бик күп йылдар инде эске, тышҡы биҙәү, ремонтлау эштәре, ҡыйыҡ ябыу һәм башҡа эштәр, үҙе әйтмешләй" под ключ" - был уның эше. Тормош иптәше Александр менән ике ул үҫтерәләр. Һәр йәһәттән һәләтле ғаилә тиһәк, һис хата булмаҫ. Улдары Руслан әлеге ваҡытта Төркиәнең Истанбул ҡалаһындағы университетта халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультетында уҡый. Шиғырҙар, музыка яҙа, гитарала уйнай. Уҡыған ерендә лә төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Шул тиклем әүҙем егет. "Әҙәбиәт" берекмәһендә үҙенең оҫталығын арттырыу өҫтөндә эшләй. Альберт - VII класс уҡыусыһы. Барабанда, гитарала, фортепьянола уйнай, йырлай, шиғырҙар яҙа, һөйләй. Өфө ҡалаһында үткәрелгән төрлө музыкаль конкурстарҙа даими ҡатнаша. Альбина Тәүхит ҡыҙы мәктәптә балалар менән экскурсияла йөрөй, төрлө саралар үткәреүҙә ҡатнаша. Ял көнө ауылда ҡош-ҡорт үҫтерә, баҡса ҡарарға,