Был тәҡдимдәр һәм префренциаль режимлы биләмәләрҙе үҫтереү мәсьәләләре буйынса башҡа көнүҙәк мәсьәләләр форумдың “Инвестициялар һәм һәм үҫеш агентлыҡтарының милли ассоциацияһы ултырышы. Инфраструктура” тигән секцияһында яңғыраны. “Беҙ индустриаль парктарҙы, махсус иҡтисади зоналарҙы, технопарктарҙы үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙек. Төбәктәр кисергән проблемалар, шул иҫәптән кадрҙар етешмәүе, резиденттар проекттарының масштабын киңәйтеү һәм башҡа мәсьәләләрҙе лә ҡараныҡ”, – тине ошо ассоциацияның башҡарыусы директоры Рафаэль Хөсәйеншин. Секция эшендә Кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһы директоры урынбаҫары Евгений Кравченко, Рәсәйҙең Индустриаль парктарҙы үҫтереү ассоциацияһы директоры Максим Паздников, “Гомель-Рагон” махсус иҡтисади зонаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Андрей Собко (Беларусь), “Великий камень” Ҡытай-Беларусь индустриаль паркы хакимииәтенең инвестиция йәлеп итеү идаралығы етәксеһе Петр Филипович (Беларусь) һәм башҡалар сығыш яһаны. Фото: ibw-bashkortostan.com.
Федераль эксперттар Башҡортостан тәжрибәһен таратырға кәңәш итә
25 ноября 202325 ноя 2023
~1 мин