Найти тему
Башҡортостан гәзите

Гармунсылар көнө менән!

25 ноябрҙә илебеҙҙә гармунсылар көнө билдәләнә. Элекке замандарҙағы һымаҡ уҡ гармун, баян моңо гөрләп тормаһа ла, ауылдарҙа уның тауышы тынмаған әле. Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылына эш сәфәре менән барғанда ошо төбәктең оҫта гармунсыһы, баянсыһы Шамил Сәмиғуллиндың уйнағанын яҙҙырып алдыҡ. Үҙенең ауылында ғына түгел, Үрге Әрметтәге барлыҡ мәҙәни сараларҙы ла биҙәргә өлгөрә ул. Шулай уҡ ул тальянда, аккордеонда ла оҫта һыҙҙыра. Бишенсе класта уҡығанда үҙаллы гармунда уйнарға өйрәнә һәм шул ваҡыттан ҡулынан төшөрмәй. Гармун, баян моңдары менән ауылдаштарын дәртләндереп, һағышландырып йәшәй. Был юлы ул “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына ла музыкаль сәләм ебәрҙе. Автор фотоһы һәм видеоһы.